Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

10 йыл өйөнән сыҡмаған...

Бөгөн Мәскәү ҡотҡарыусыларына 54 йәшлек ирҙе дауаханаға оҙатырға тура килгән. Артыҡ кәүҙә ауырлығы менән (300 кг-ға еткән) яфаланған ир 10 йыл буйына бер ҡайҙа ла сыҡмаған, ә өс йыл элек коронавирус инфекцияһы менән ауырығас, карауаттан бөтөнләй тормай башлаған. Ул яҡындары менән бәйләнеш тота алһын өсөн, ятҡан урынын рация менән йыһазландырғандар. Ошо ваҡыт эсендә ирҙе 24 йәшлек улы тәрбиәләгән. Тик бөгөн йөрәгенә зарланған атаһына егет үҙаллы ярҙам итә алмаған. Ир ишеккә һыймау сәбәпле, табиптарға ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тура килгән. Һөҙөмтәлә улар балконды бысып, фатирға баҫҡыстар терәгәндәр ҙә, тәҙрәгә транспортировка өсөн махсус автомобиль алып килгәндәр. Матрасҡа уралған ирҙе алып сығып, Мәскәү дауаханаларының береһенә оҙатҡандар. Ирҙе фатирҙан алып сығыу операцияһында табиптар һәм ҡотҡарыусыларҙан тыш, янғын һүндереүселәр, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Фото: видеонан скрин