Көндәр йылыныу менән түтәлдәрҙә иң беренсе булып йәшел һуған менән ҡуҙғалаҡ морон төртә. Хәҙер күптәр яҙҙың тәүге шифалы үләндәрен баҡсала үҫтереүҙе хуп күрә. Ҡуҙғалаҡ бер урында биш йыл үҫә ала. Уны тәрбиәләү, үҫтереү ауыр түгел. Иң мөһиме – дөрөҫ урынға ултыртыу. Ҡуҙғалаҡ тура төшкән ҡояш нурҙарын һәм 27 градустан артҡан эҫелекте яратмай, шуға күрә уны ҡояш иртәле-кисле төшкән, күләгәле урынға сәсергә кәрәк. Түтәлдә һыу йыйылмаҫҡа тейеш, сөнки бындай урында ҡуҙғалаҡтың тамырҙары серей башлай. Үҙенән алда петрушка, укроп, һуған, ҡабаҡ үҫкән ерҙә ул “ҡотороп” уңа. Ҡуҙғалаҡты өс мәртәбә ашларға кәрәк, тик көл ҡулланыу тәҡдим ителмәй. Уны яҙ йәки көҙҙөң һуңғы айҙарында күсереп ултырталар. Бынан бер аҙна алда япраҡтарын ҡырҡып алалар. Күсереү өсөн ике-өс йыллыҡ үҫемлекте һайлағыҙ ҙа тамырҙарын 10 сантиметрға тиклем ҡырҡығыҙ. Яҙғыһын шул рәүешле күсерелгән тәмләткесегеҙ бер айҙан уңыш бирә лә башлар. Ҡуҙғалаҡ япраҡтарын 15-20 көн һайын ҡырҡып алырға кәрәк. Иртәле-кисле йыйылған япраҡтар тә