Башҡортостан Белгород өлкәһенән 500 баланы ҡабул итәсәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. – Мин Белгород өлкәһе губернаторы менән һөйләштем. Улар беҙгә балаларҙы ҡабул итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Белеп тораһығыҙ, уларҙа хәлдәр ҡатмарлы. Шуға күрә беҙ Белгород өлкәһенән 500 баланы ҡабул итәсәкбеҙ,– тине ул. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, был эш менән Илеш районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы шөғөлләнәсәк. Балалар ошо төбәктәргә юлланасаҡ. – Мин был муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтарына ныҡлы әҙерләнергә ҡушам. Балалар йонсоп киләсәк, уларҙа көн һайын шартлау тауыштары яңғырай, кешеләр үлә, – тине Радий Хәбиров. – Иң өһиме – йәшәү, туҡланыу, уҡыу процесын яйға һалыу, мохтажлыҡ булһа – өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороу. Балалар республикабыҙҙың икенсе йорттары икәнлеген тойорға тейеш, эште тейешле кимәлдә ойоштороғоҙ. Был ялдарҙа билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат