2024 йылдың ғинуарынан мартҡа тиклемге осорҙа ведомствоның сайтында үткәрелгән һорау алыуҙарҙа медицина эшмәкәрлеген лицензиялау процесы буйынса “бишле” билдәһен ҡуйған респонденттарҙың өлөшө артҡан. Ул 100 процент тәшкил итте, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 0,4 процентҡа юғары. – Һорау алыу барышында 144 респондент Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина эшмәкәрлеген лицензиялау процесы өсөн “бишле” билдәһен ҡуйҙы, йәғни бөтә респонденттар ҙа лицензия менән ҡәнәғәтләндерелде, хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр килмәне, – тип һөйләне Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге етәксеһе Эльвира Тәхәүетдинова һәм лицензиаттарҙы һорау алыуҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. “Лицензиялар биреү буйынса процедураларҙың һөҙөмтәлелеге” анкетаһы медицина эшмәкәрлеген лицензиялау хеҙмәте менән ғариза биреүселәрҙең ҡәнәғәтлек кимәлен асыҡлау маҡсатында әҙерләнгән. Ул БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында урынлаштырылған. БР Һаулыҡ һаҡлау м