Вокал ансамбленең программаһы ныҡ үҙенсәлекле ине: ансамблдең солистары академик эшкәртеүҙә Рәсәй һәм БДБ илдәре халыҡтарының йырҙарын, рус һәм сит ил композиторҙарының арияларын башҡарҙы. Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Азамат Әхмәтзадин баян һәм ҡурайҙа башҡорт, татар халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Анастасия Бобович “Батша кәләше”операһынан Марфа арияһын һәм М. Глинканың академик эшкәртеүендә А. С. Пушкиндың “Я помню чудное мгновение...” әҫәрен башҡарҙы. Концертта шулай уҡ "Дуҫлыҡ" вокал ансамбленең хормейстеры Екатерина Чичерова Н. Римский-Корсаковтың "Ҡарһылыу" операһынан Ҡарһылыу арияһын йырланы. Концертты Дарья Миронова операнан ария һәм рус халыҡ йыры менән биҙәне, ансамблдең концермейстеры, төрлө конкурстар лауреаты Юлия Калинина һәм “Тальян” татар йыры театры солисы Рената Бәҙәмшиналар ҙа сағыу моңо менән әсир итте. Бейеү – эске донъяны һәм талантты ғына түгел, ә милли характерҙы һәм милли рухты сағылдырыу ысулы ла. Бейеү хис
Мәскәүҙә – “Дуҫлыҡ” вокал ансамбленең тәүге концерты
15 апреля 202415 апр 2024
1 мин