Социаль селтәрҙәрҙә Яңауыл районында төшөрөлгән видео таралды: ҡар өҫтөндә бөрсәләр күреп хафаланған ҡатындар аптырауҙарын йәшермәй. Беҙ иһә Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең “Үҫемлектәрҙе һаҡлау” бүлеге мөдире Эльма Саҙиҡоваға мөрәжәғәт иттек. - Ҡар ирегән мәлдә бындай бөжәктәрҙең барлыҡҡа килеүенә аптырарға түгел. Республиканың күпселек райондарында күҙәтелә торған күренеш. Биологик күҙлектән ҡарағанда, был бөжәктәр бөрсә түгел, бәләкәй генә хайуандар. Уларҙың оҙонлоғо 1,5 – 2,5 миллиметр. Тәне йөнтәҫ. Үҙҙәре һыуыҡҡа сыҙау мөмкинлеге биргән шыйыҡса етештерә, шуға 15 градус һалҡын уларға ҡурҡыныс түгел. Кешегә лә, йәнлектәргә лә һөжүм итмәй, ниндәйҙер ауырыу таратмайҙар. Ауыл хужалығы культураларына ла хәүефле түгел. Ҡырағай тәбиғәттә осрап, органик һәм биологик матдәләр менән генә туҡланалар.Был күренештең зыяны юҡ, - тип аңлатты Эльма Саҙиҡова. Фото: “Россельхозцентр”ҙң матбуғат менән эш итеү бүлегенән алынды.