Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы, ҡалдыҡтарҙы айырым туплау инфраструктураһы булдырыла, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта ҡалдыҡтарҙы утилләштереү объекттары бөтөнләй юҡ тиерлек. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ПЭТ-ҡалдыҡтарҙың тормош циклын анализланы. Сеймал – флекстар эшкәртелгәндән һуң “Полиэф” акционерҙар йәмғиәтенә Благовещен ҡалаһына эшкәртеүгә ебәрелә. Үлсәүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, республиканың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары составында быяла ҡалдыҡтарының өлөшө 10,9 процент тәшкил итә. – “Анитэкс” компанияһының эше менән таныштыҡ. Унда сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстарында һайлап алынған һәм ҡабул итеү пункттарына тапшырылған быяла ҡалдыҡтары артабан Өфөләге “Русджам Стеклотара Холдинг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы ҡеүәттәрендә эшкәртеү өсөн сеймалға тиклем эшкәртелә. Быяла ҡалдыҡтары эшкәртеү барышында пробкаларҙан, этикеткаларҙан һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартыла һәм биш сантиметрға тиклем ваҡлана. Аҙаҡҡы продукт – икенсел файҙаланыу өсөн быяла валсығы, – тине Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов. Предприятие ҡеүәте айына ике мең тоннаға тиклем быяла ҡалдыҡтарын эшкәртеү мөмкинлеге бирә, әммә ысынында иһә улар аҙыраҡ килә. Сеймал базаһын арттырыу маҡсатында инвесторҙар менән ҡабул итеү пункттары селтәрен булдырыу мөмкинлеге тикшерелде. Предприятие утилләштереүселәр реестрына индереү өсөн кәрәкле документтар пакетын әҙерләй, тип килешелде. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.