Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ейәнсурала атыш ойошторһаң, 700 мең һум түләйбеҙ..."

Мәскәүҙәге теракттан һуң һәр төрлө шикле кешеләр әүҙемләште. Ватсап, телеграм-каналдарға күпләп енәйәтсел тәҡдимдәр килә башланы. Айырыуса балаларға һәм үҫмерҙәргә яҙалар. Мәҫәлән, Ейәнсура кешеһенән тәүҙә ҡайҙа йәшәүен һорашалар. Ул "Ейәнсура, Иҫән" тип яуап бирә. Артабан уға тәҡдим була: "Һеҙҙә сауҙа үҙәктәре, театр, кинотеатрҙар бармы? Уларҙа халыҡты атырға кәрәк. 700 мең һум түләйбеҙ. Ҡоралды үҙебеҙ бирәбеҙ. Ырымбурға килә алаһығыҙмы?" Йәки Ҡырмыҫҡалы кешеһенә яҙалар: "Өс миллион һум түләйбеҙ, әгәр гимназияла атыш ойошторһаң..." Туймазыла ошондай уҡ енәйәт өсөн 800 мең һум түләргә вәғәҙәләйҙәр. Һаҡ булығыҙ! Бындай хәбәрҙәргә яуап бирмәгеҙ, хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итегеҙ. Онотмағыҙ: терроризм өсөн ғүмерлеккәсә иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған. Нәсих Хәлисов фотоһы.