Бөрө футболсылары Түбәнге Новгородта "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә үткән "Мини-футболды мәктәпкә" бөтә Рәсәй ярыштары финалының бронза призеры булды. Ярышта дүрт дивизионда 64 команда ҡатнашты. Башҡортостандан турнирҙа футбол буйынса тренер, "Йәйғор" үҙәгенең өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Диана Сарванова һәм физкультура уҡытыусыһы Екатерина Гордеева етәкселегендәге Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбе командаһы сығыш яһаны. Республика этабында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, спортсылар финал уйындарына юлланды. Башта уйындар төркөм этабында башланды. Бөрөләр Омск (3:0), Бүрәт Республикаһы (2:1), Санкт-Петербург (8:0) командалары менән осрашты. Бөтә осрашыуҙарҙа ла бер һүҙһеҙ еңеүҙәр яуланды. Беренсе урындан матчҡа Мурманск командаһы сыҡты. Уны 1:0 иҫәбе менән еңеп, ярымфиналда Хабаровск командаһына ҡаршы сыҡтылар. Көсөргәнешле уйынға ҡарамаҫтан, беҙҙең ҡыҙҙар буласаҡ турнир чемпиондарынан 2:1 иҫәбе менән еңелделәр. Калуга өлкәһенең Кондрово ҡалаһы к