Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ватаныбыҙ таяныр улдар

Украина тарафынан оҙаҡ йылдар дауамында бер туҡтауһыҙ ут аҫтында тотолған халыҡты яҡлау өсөн Донбасс ерендә махсус хәрби операция башланғас, Хәйбулла ир-егеттәре лә унда ҡатнашырға теләк белдерҙе. “Кузя” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа шулар рәтендә. Махсус хәрби операция тураһында ишетеү менән унда фронтҡа барыу теләге уянған. Уҙған йылдың көҙөндә уҙаман үҙ ирке менән башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың исемен йөрөткән батальонға ҡушылған. Әлеге ваҡытта ул башҡа яугирҙәр менән бергә Ватаныбыҙҙы һаҡлау буйынса үҙенең хәрби бурысын яуаплы үтәй, батальон составында бихисап алыштарҙа ҡатнаша. “Былтыр өлкән улымды әрмегә оҙатҡас та хәрби комиссариатҡа килеп, доброволец булып яҙылдым һәм Салауат Юлаев исемендәге батальонға ҡушылдым. Уның составында беҙҙең райондан өс егет хеҙмәт итә. Тап ошо батальонда булыуыма шатмын, сөнки бында һалдаттар менән офицерҙар Башҡортостанда йәшәүселәрҙән тупланған һәм улар миңә туған кеүек яҡын. Бында беҙ бер ғаилә кеүек дуҫ-татыубыҙ, бер-беребеҙҙе дәртләндереп, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йөрөйбөҙ. Егеттәрҙең барыһы ла батыр, сая. Әгәр беҙ булмаһаҡ, илде кем һаҡлар? Көнбайыштан беҙҙең илгә ҡарай килгән дошмандарҙы кем туҡтатыр? Ир-егеттәр намыҫ менән хеҙмәт итергә, кәрәк булғанда тыуған еребеҙҙе ҡулға ҡорал алып һаҡларға ла әҙер булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Әлбиттә ҡорал тота белгәндәр, йә иһә тәжрибәле һуғышсылар – “утлы нөктәләрҙә” хеҙмәт итеү практикаһы булғандар махсус хәрби операцияла ҡатнашһа, күпкә яҡшыраҡ. Сөнки улар физик яҡтан да, психологик яҡтан да фронттағы ауырлыҡтарға әҙер. Тағы ла төрлө заманса техника менән файҙалана белеү мөһим. Командирҙарҙы тыңлау, хәрби тәртипте ҡәтғи үтәү, шулай уҡ алғы һыҙыҡта һәр саҡ уяу булыу зарур. Ҡайһы берәүҙәр смартфон аша интернетҡа инә, йәки яҡындарына, дуҫ-иштәренә йыш шылтырата – ә был ҡағиҙәне үтәмәгән егеткә генә түгел, уның менән бергә хеҙмәт иткән башҡа хәрбиҙәргә лә ҙур хәүеф тыуҙыра. Дрондар һөжүмен иҫкәртеү өсөн күк йөҙөн күҙәтеп, һәр бер тауышты тыңлап йөрөйбөҙ. Минаға юлыҡмаҫ өсөн техника йөрөгән юлдарҙы ла, ҡайҙа баҫҡанды ла абайлап хәрәкәтләнергә кәрәк”, – тип һөйләне “Кузя”. Райондашыбыҙ бәләкәйҙән спорт менән мауыға, әрмелә миномётсы булып хеҙмәт итә. Ғаилә хәленә килгәндә, тормош иптәше менән биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Бәләкәй ул-ҡыҙҙары мәктәптә 1-се, 4-се һәм 8-се кластарҙа уҡый. Өлкән ҡыҙы кейәүе менән бер бала үҫтерә. Ә өлкән улы әлеге ваҡытта Приморье крайындағы Уссурийск ҡалаһында хәрби бурысын намыҫлы үтәй. Яҡындары ғаилә башлығы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. “Махсус хәрби операцияһы биләмәһендә хәрбиҙәр өсөн тейешле шарттар булдырылған. Беҙҙең унда барыһы ла бар. Туҡланыу яҡшы ойошторолған, кейемдәр һәм ҡоралдар менән тәьмин итәләр. Башҡортостандан ҙур күләмдә гуманитар ярҙам даими килеп тора. Батальонға район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та килеп, беҙҙең менән осрашып, хәл белешеп, кәрәк-яраҡтар, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек алып килде. Беҙҙе хәстәрләп, йөн ойоҡтар бәйләгәндәргә, маскировкалау селтәрҙәре үреүҙә ҡатнашыусыларға һәм төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән һәр бер райондашыма хәрбиҙәр исеменән оло рәхмәтемде белдерәм”, – тине яугир. Әлеге ваҡытта “Кузя” БМП механик-водителе булып хеҙмәт итә. Техникаһын гел төҙөк йөрөтә. Бурысын намыҫ менән үтәгәне, махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалы, шулай уҡ генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булған. Был награданы уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырған. “Ялда булғанда ла махсус хәрби операцияла ҡалған егеттәр өсөн борсолдом, форсат булғанда шылтыратып, хәлдәрен белештем. Унда бер-береңә ярҙам итеү теләге бик көслө. Махсус хәрби операция биләмәһендә мине иптәштәрем көтә, шуға бында оҙаҡҡа ҡала алмайым. Маҡсатыбыҙ бер: еңеп, тиҙерәк өйгә ҡайтырға”, – тип хушлашты яҡташыбыҙ. Тыуған илебеҙҙең ысын патриоты булыуына инандым мин уның. Ватаныбыҙ һәр дәүерҙәрҙә тап ошондай көслө рухлы, ҡыйыу йөрәкле батыр улдарына таяна. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Раян АТАНБАЕВ. Хәйбулла районы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.