“Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса беҙҙең республика Хөкүмәтенең 2023 йылғы эшмәкәрлегенә доклад менән сығыш яһайым, – тип башланы сығышын Андрей Геннадьевич. – Был минең ошондай отчетҡа бағышланған бишенсе докладым булып тора, шуға күрә ул былтырғы йылдың ғына түгел, ә һуңғы биш йыллыҡ һөҙөмтәләрҙе лә үҙ эсенә алған. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Указы менән 2024 йылға тиклемге үҫештең стратегик йүнәлештәре билдәләнгәйне”. Премьер-министр әйткәнсә, был йүнәлештәрҙе билдәләгәндә коронавирус пандемияһының аяуһыҙ һөжүмен дә, бығаса күрелмәгән санкцияларҙы ла, махсус хәрби операция буласағын да алдан һиҙемләрлек түгел ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республика алдан ҡуйылған маҡсаттарына ла иреште, ҡатмарлы ҡаршылыҡтарға ла һис бирешмәне. “Был – беҙҙең ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүҙең һөҙөмтәһе. Депутаттарға, предприятиелар етәкселәренә, эшлекле һәм йәмәғәт берекмәләренә конструктив рухта эшләгәндәре, Хөкүмәттең башланғыстарын хуплап барғандары өсөн рәхмәт!” – тине Андрей Назаров. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров докладының тулы тексы менән pravitelstvorb.ru сайтында танышырға мөмкин. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.