Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда ойоҡ-носки етештерәсәктәр

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы "Мультимодаль предприятие" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостан Республикаһының "Нефтекама" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания яңы тулы цикллы ойоҡ-носки производствоһын булдырыуға 125 миллион һум инвестиция һала. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Был производствоны асыу ҡулланыусыларҙың һәм заказсыларҙың теләһә ниндәй типтағы төрлө дизайндағы ойоҡ-носки продукцияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Инвестор 2024-2030 йылдарҙа проектты тормошҡа ашырырға һәм 35 яңы эш урыны булдырырға ниәтләй. Компания 2024 йылда производствоны асырға планлаштыра, ә проект ҡеүәтенә - йылына 2,9 миллион парҙан ашыу балалар һәм өлкәндәр өсөн әйберҙәр етештереүгә - 2030 йылда сығырға ниәтләй. "Мультимодаль предприятие" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҙарҙа 2020 йылдан эшләй. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23334/