Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радик Юлъяҡшиндың музейы асылған

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) ижад юлының 20 йыллығы уңайынан музейы асылған. Ни өсөндөр музей Башҡортостанда түгел, ә Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында урынлашҡан. "Яр Саллыла минең музейым үҙ ишектәрен асты, унда минең бөтә сәхнә костюмдарым, төрлө иҫтәлекле бүләктәрем һаҡлана, шулай уҡ бында тауыш яҙҙырыу студияһы урынлашҡан. Һеҙ йыш ҡына: "Концерттарҙа бирелгән бүләктәрҙе ҡайҙа ҡуяһығыҙ?" - тип һорайһығыҙ. Беҙ уларҙы һаҡлап, йыйып барҙыҡ һәм хәҙер улар үҙ йортон тапты. Уларҙың барыһы ла беҙҙең музейҙы биҙәйәсәк. Был йылдар дауамында бик күп бүләктәр йыйылды, уларҙың һәр береһе минең өсөн бик ҡәҙерле", - тип яҙған йырсы. Шулай ҙа күптәрҙә ни өсөн йырсы үҙенең тыуған яғында, Башҡортостанда, үҙ музейын асмауы ҙур һорау тыуҙырмай ҡалмайҙыр. Фото: йырсының шәхси сәхифәһенән. Сығанаҡ: "Интертат"