Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Һайлауға барыу – беҙҙең ғаилә традицияларының иң мөһиме"

Стәрлетамаҡта йәшәгән Зәйнуллиндар ғаиләһе 4-се балалар поликлиникаһында урынлашҡан һайлау участкаһына тулы составта килде. Алик менән Альбина биш йәшлек улдарын да үҙҙәре менән алған. –Беҙ һайлауҙың ғаилә традицияларының береһенә әүерелеүен теләйбеҙ, - ти Зәйнуллиндар. – Улыбыҙ бала саҡтан ата-әсәһенең әүҙем гражданлыҡ позицияһын күреп үҫһен, ул да һайлаусы буласаҡ бит. Пенсионер Рәсимә Мусаҡаева өсөн дәүләт башлығын һайлау бик мөһим ваҡиға. – Мин һәр саҡ һайлауҙарға йөрөйөм. Халыҡ кемдең ил менән идара итәсәген үҙе хәл итергә тейеш. Медицина колледжы студенты Руфина ҡан баҫымымды, сатурацияны үлсәне, уға ла хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт! - ти пенсионер. Фото: https://vk.com/srgazeta #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024