Ҡариҙел районында йәшәүсе 18 йәшлек Константин Салтевский ғүмерендә тәү тапҡыр һайлауға килгән. “Тәү тапҡыр булғанғамы, мин бик ныҡ тулҡынландым. Мөһим эштәрҙе һуңға ҡалдырырға яратмайым, шуға күрә һайлауҙарҙың тәүге көнөндә тауыш бирергә булдым”,– ти ул. –Йәштәрҙең һайлау участкаларына килеүе айырыуса шатландыра. Йәштәр – илебеҙҙе, республикабыҙҙы, районыбыҙҙы үҫтерәсәк беҙҙең киләсәгебеҙ. Йәштән үҙҙәренең гражданлыҡ яуаплылығын, шулай уҡ һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғының әһәмиәтен аңлаһалар, был бик шәп булыр ине, – тиҙәр 2232-се һайлау участкаһында. Фото: https://vk.com/karaidel102 #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024