Найти в Дзене

"Рәхмәт" акцияһында теркәлеүселәр арта бара

Башҡортостанда тауыш биреү көндәрендә – 15–17 мартта – “Рәхмәт” акцияһы үтеүе, республика халҡына тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар оторға мөмкинлек биргән QR-билеттар тапшырылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был QR-билеттарҙы ирекмәндәр бөтә ғаилә ағзаларына, хатта иң бәләкәстәргә лә бирә. Башҡортостандың һайлау участкаларында ойошторолған “Рәхмәт-2024” акцияһында 15 марттың тәүге сәғәттәрендә 52 меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән. Был хаҡта Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә акцияны ойоштороусы Регина Ҡадирова хәбәр итте. – Бөгөн, һайлауҙың беренсе көнөндә үк, бик күп кеше беҙҙең акцияла ҡатнашырға ҡарар итте. Шуға бәйле беҙ ҡайһы бер техник өҙөклөктәрҙе күҙәтәбеҙ. Шулай ҙа сайт эшләй, уны яңынан башларға мөмкин. Тәүге 2 сәғәт 45 минут эсендә 52 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта беҙ билетты 17 мартта 20:00 сәғәткә тиклем теркәргә мөмкин булыуын иҫкә төшөрәбеҙ, – тип һөйләне Регина Ҡадирова. Регина Ҡа

Башҡортостанда тауыш биреү көндәрендә – 15–17 мартта – “Рәхмәт” акцияһы үтеүе, республика халҡына тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар оторға мөмкинлек биргән QR-билеттар тапшырылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был QR-билеттарҙы ирекмәндәр бөтә ғаилә ағзаларына, хатта иң бәләкәстәргә лә бирә. Башҡортостандың һайлау участкаларында ойошторолған “Рәхмәт-2024” акцияһында 15 марттың тәүге сәғәттәрендә 52 меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән. Был хаҡта Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә акцияны ойоштороусы Регина Ҡадирова хәбәр итте. – Бөгөн, һайлауҙың беренсе көнөндә үк, бик күп кеше беҙҙең акцияла ҡатнашырға ҡарар итте. Шуға бәйле беҙ ҡайһы бер техник өҙөклөктәрҙе күҙәтәбеҙ. Шулай ҙа сайт эшләй, уны яңынан башларға мөмкин. Тәүге 2 сәғәт 45 минут эсендә 52 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта беҙ билетты 17 мартта 20:00 сәғәткә тиклем теркәргә мөмкин булыуын иҫкә төшөрәбеҙ, – тип һөйләне Регина Ҡадирова. Регина Ҡадирова белдереүенсә, Башҡортостан һайлауҙа граждандар әүҙемлеге менән айырылып тора, быға “Рәхмәт” акцияһы ла булышлыҡ итә. Акция приздары смартфондар, ноутбуктар, электр самокаттары, сертификаттар һәм башҡа бик күп бүләктәр. Шулай уҡ балаларға бүләктәр ҙә ҡаралған. Акцияның суперприздары – Өфөләге фатир, автомобиль, шулай уҡ Сочиҙа һәм республика шифаханаларында ял итеү. Акцияла ҡатнашыусылар араһында суперприздар уйнатыуҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2024 йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса үтәсәк. Бөтә актуаль мәғлүмәт сайтта https://рахмат102.рф. Фото сығанағы: https://рахмат102.рф. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024