Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында был йомала премьера Островскийҙың “Ҡарһылыу” пьесаһы ике вариантта – “Сажень” һәм “Триггер” балеттары булып сәхнәгә сыға. Заманса бейеү халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ҡуйылған бер актлы спектаклдәр беҙҙең хәбәрселәр репортажында.Опера һәм балет театрының бәләкәй залында репетициялар бара. Төп ролдәрҙә тамашасыларҙың яратҡан артистары.Тәүге балеттың үҙәк фигураһы – Ҡарһылыу үҙе һәм уның донъяға ҡарашы. Хореограф Мария Ряполова героиня булмышының сафлығына баҫым яһай.Спектакль заман стилдәренең береһе – бионика стилендә. Сәхнә биҙәлеше тәбиғәттең технологиялар менән бергә ҡушылыуынан ғибәрәт. Симфоник һәм электрон көйҙәр бер-береһен алыштыра. Ҡуйыусы хореограф фекеренсә — “Сажень” балетының либреттоһы үҙенә күрә тәжрибә майҙаны. Ҡарһылыу – Алиса Алексеева, ә Артем Доброхвалов – Мизгирь. Улар был образдарҙы нисек ҡабул итә?Костюмдар ҙа төрлө стилдәрҙе берләштерә. Рәссам Геннадий Осташов костюмдар өсөн эскиздарҙы алдан төшөрмәгән. Фантазия осошона б
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында был йомала премьера
13 марта 202413 мар 2024
3
1 мин