“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Нефтекама ҡала дауаханаһына яңы флюорограф алынды. Флюорография – үпкә сирҙәрен, шул иҫәптән, туберкулезды иртә асыҡлау ысулдарының иң һөҙөмтәлеһе. Флюорографта табип-рентгенолог тарафынан яһалған һәр һүрәт сирҙе заманса диагностикалауҙа мөһим роль уйнай. Тикшереүҙе үткәреү өсөн флуоресцентлы экран һәм рентген нуры файҙаланыла. Нур ағзалар һәм туҡыма аша үткәндән һуң күләгәле һүрәтләнеш фотографияһы үпкә торошон күрергә мөмкинлек бирә. Хәҙерге ваҡытта ҡорамал Ағиҙел ҡалаһының 6-сы поликлиникаһында эшләй. Яңы техника өҫтөнлөктәре һөҙөмтәһендә белгес һанлы форматта аныҡ һүрәт алыу мөмкинлегенә эйә, кәрәк булғанда архивта һаҡлай ала. – Теүәл диагностика пациентты уңышлы дауалауҙа һәм һауыҡтырыуҙа беренсе аҙым, – ти Нефтекама дауаханаһының баш табибы Рафаэль Зиятдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын