Найти тему
Башҡортостан гәзите

Глэмпинг киңәйтелә

“БлагоГлэмп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Благовещен” йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә инә һәм глэмпингта урынлаштырыу урындарын арттырыу өсөн 160 миллион һум инвестиция һалырға ниәтләй. Инвестор менән үҙ-ара эш итеү “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы башҡарыла. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Благолэнд” ял базаһы проекты Благовещен районы хакимиәтендә 2022 йылда уҡ хуплау тапҡан: компания “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан һәм Ағиҙел йылғаһындағы ҙур утрауҙа ер участкаһы алған. Глэмпинг 2023 йылдың яҙында уҡ төҙөлгән. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта компания ял базаһын киңәйтергә ҡарар иткән: улар урынлаштырыу өсөн 26 модуль төҙөргә, кафе, ял итеү зонаһы, мунса комплексы һәм парковка булдырырға ниәтләй. Эштәрҙе быйыл уҡ башлап, ике йыл эсендә тамамлау күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта урында 14 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Билдәле булыуынса, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президентының май указы менән булдырылды. Фото: gtrk.tv