Синоптиктар Башҡортостанда ял көндәрен һыуыҡ фаразланы Байрам көндәрендә Башҡортостанда башлыса һалҡын һауа торошо көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа синоптиктар -26 градусҡаса һыуыҡтар фаразлай. Бөгөн, 8 мартта, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -11...-16 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда -21...-26 градусҡа тиклем һыуыҡтар булыуы ихтимал. Көндөҙ -4...-9 градусҡаса йылыта. Шәмбе, 9 мартта, урыны менән уртаса ҡар яуыуы, Башҡортостандың ҡалған биләмәһендә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус тәшкил итәсәк, республиканың көньяҡ-көнсығышында -18-гә тиклем һыуыта. Көндөҙ термометр бағанаһы -3...-8 градусҡа тиклем күтәрелә. Синоптиктар йәкшәмбе, 10 мартта ла ошондай уҡ һауа торошон фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда яйлап йылыныу көтөлә. Март уртаһына төбәктә уртаса көндөҙгө һауа температураһы 0+5 градус тәшкил итәсәк. Мәғлүмәт: ufa.rbc.ru