“Рәсәй” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә Беларусь Республикаһының Гродненск өлкәһе көндәре асылғанда Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле Дмитрий Крутой Гродненск өлкәһенең Рәсәй төбәктәре менән сауҙа һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлегенең юғары кимәлдә икәнлеге тураһында һөйләне. Ул былтыр Башҡортостан Республикаһының да төп партнер булыуы тураһында әйтте. - Гродненск өлкәһенең Рәсәйҙең ниндәйҙер айырым төбәген айырым алып әйтеүе ауыр. Былтыр, моғайын, Башҡортостан менәндер. Был Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы менән бәйле. Ул былтыр үтте. Унан һуң сауҙа-сәнәғәт палаталары кимәлендә бизнес-делегациялар менән алмашыу булды. Был йәһәттән Гродненск өлкәһендә байтаҡ бәйләнештәр бар. Шуға күрә хәҙер бизнес бәйләнештәрен нығытырға һәм тауар әйләнешен арттырырға кәрәк, - тине Дмитрий Крутой. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың белдереүенсә, бөгөн ике республика араһында тығыҙ иҡтисади, сауҙа һәм парламент-ара бәйләнештәр булдырылған. Ике яҡ мөнәсәбәттәренең