Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы...

Ат электән-электән башҡорт халҡының яуҙашы, тоғро дуҫы булған. Ниндәй генә яуҙар булмаһын, башҡортто атһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының төҙөлөүе лә был һүҙҙәргә ҡеүәт. Бөгөн дә махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙәребеҙҙең ат өҫтөндә һыбай йөрөп, техника үтә алмаған урындарҙан яралы яугирҙәребеҙҙе алып сығыуы, уларға ярҙам итеүе билдәле. Әйткәндәй, башҡорт эшҡыуарҙары МХО-ға бер нисә башҡорт тоҡомло ат оҙатты. Әле һеҙ күргән видеояҙмала махсус хәрби операция биләмәһендә ат өҫтөндә барған батыр егет “Башҡортостан” полкының медицина взводы командиры «Солтан» позывнойлы яугир булыр! Ә машинала күптәрҙең яратҡан йыры "Шайморатов генерал"ды Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы, үҙе лә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан йырсы Радик Динәхмәтов башҡара. Афарин, башҡорт бөркөттәре! Фото: видеонан скриншот.