Кисә кис Салауат ҡалаһында күп фатирлы биш ҡатлы йортта янғын сыға. Төтөн еҫен һиҙгән күршеләр тиҙ арала ҡотҡарыусыларҙы саҡырта. Урынға шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы көстәре килеп етә. Улар янғындан ике ҡатынды ҡотҡара һәм 12 кешене эвакуациялай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡатын үле килеш табыла. Икенсеһе, иҫән килеш сығарылһа ла, “Ашығыс ярҙам” машинаһында йән бирә. Асыҡланыуынса, янғын ни бары алты квадрат метр майҙанда сыға. Унда йорт ҡаралтылары яна, коридор һөрөмләнә. Тик шул ғына майҙандан килгән төтөн дә кешеләрҙе үлтерерлек көскә эйә шул... Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана. Күршеләре хәбәр итеүенсә, ҡатындар иҫерткес эсемлектәр эскән һәм тәмәке тартҡан, моғайын, былар янғын сәбәбе булғандыр ҙа. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.