5 мартта Өфөлә бишенсе тапҡыр үткәрелгән “Бәләкәй принцессалар балы” уҙҙы. Баш ҡалалағы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына тотош республиканан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар – барлығы 288 бала килде. Улар араһында етем ҡыҙҙар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары бар ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм уларҙың әсәйҙәрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Бәләкәй принцессалар өсөн байрам театр фойеһынан башланды. Уларҙың һәр береһен әкиәт персонаждары ҡаршыланы, улар ролендә аниматорҙар һәм артистар сығыш яһаны. Артабан балаларҙы ҡыҙыҡлы программа - ижади күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, фото төшөү зоналары һәм байрамса биҙәлгән бал көтә ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларға: - Бәләкәй, сибәр принцессалар, ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр! Ай башында яҙҙың иң төп байрамын – 8 Мартты көтәбеҙ. Барығыҙға ла иң изге теләктәр, бәләкәй принцессаларға бәхет теләйем. Һеҙ аҡыллы, матур, һәләтле һәм бик