“Ватанды һаҡлаусылар көнө"н байрам итеү сиктәрендә 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының “Витязь” диңгеҙ пехотасылары йәмәғәт ойошмаһы президенты Олег Галин ойошторған “Һин онотолмағанһың” хәйриә акцияһы уҙҙы. Уның барышында Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзалары һуғыштарҙа һәм локаль ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашҡан хөкөм ителгәндәрҙе ҡотланы һәм уларға аҙыҡ-түлек тупланмаһы бүләк итте. Шулай уҡ сарала Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Максим Беляев, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт учреждениелары менән патриотик эш буйынса бүлек начальнигы Рауил Ғиззәтуллин һәм “Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы вәкиле Юлиә Хәлилова ҡатнашты. Делегация тәүҙә учреждение ашханаһын, мәсет һәм сиркәүҙе, отрядтар бинаһын, сәнәғәт зона
Хөкөм ителгәндәргә бер ҡасан да төрмәгә кире ҡайтмауҙарын теләйем
4 марта 20244 мар 2024
1 мин