Етәксенең эш тәжрибәһе байтаҡ, ул был поста 2004 йылдан бирле эшләй. ”Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы Көйөргәҙе районында ҙур һорау менән файҙалана. Миҫалға, 2017 йылда - ун ике ауыл биләмәһе, 2018 йылда иһә ете ауыл биләмәһе еңеп сыҡҡан. “Иң сағыу проекттарға республика ярҙам итә, уларҙы тормошҡа ашырырға сығымдың бер өлөшөн бүлә. Ҡалған аҡса - муниципалитеттан, бағыусыларҙан һәм халыҡтың үҙенән”, - ти етәксе. Әхәт Әхтәм улы әйтеүенсә, декабрҙә төбәктең фәнни-белем биреү үҙәге идара итеүсе компанияһы үткәргән уҡыуҙарҙа унике ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы ла ҡатнашҡан. Иң мөһим факторҙарҙың береһе - документтарҙы дөрөҫ, грамоталы тултырыуға ҙур иғтибар бүлеү кәрәк. Икенсе момент – халыҡтан аҡса йыйыу. Урындағы етәкселек халыҡ менән һөйләшә, берҙәм фекергә килергә тейеш. “Яңы эш башлағандарға үрнәк итеп Бахмут, Керәүле- Илюшкин, Свобода, Яҡшымбәт ауыл биләмәләре хакимиәт башлығы вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләгән, яуаплы, иғтибарлы, әйткән һүҙендә тора, башлаған эште аҙ