Кисә Әбйәлилдә “Башҡорт аты” фестиваленә әҙерлек сиктәрендә район һабантуйы майҙанында ҡышҡы ат ярыштары үткән. Сараға ҡатнашыусыларҙан тыш, ат яратыусы ололар, йәштәр, балалар ҙа йыйылған. Таштимер һәм Дәүләт ауыл биләмәләре йылҡысылары, район йылҡысылары эшҡыуарҙар ярҙамында «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеү һәм һаҡлау фонды менән берлектә ойошторолған ҡышҡы бәйгелә йөҙләгән ат ҡатнашҡан. Шулай уҡ әбйәлилдәрҙән тыш, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Учалы, Архангел, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән дә һыбайлылар килгән. «Ирәндек» фонды директоры Айнур Ишмөхәмәтов белдереүенсә, башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы иҫәпкә алыу ғына түгел, генетик анализ йүнәлешендә фәнни эш алып барыла. Шулай уҡ атҡа ҡымыҙ һәм ит сығанағы итеп кенә ҡарамайынса, ат спортын үтереүгә лә ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Был тәңгәлдә республика етәкселеге, ассоциациялар, берләшмәләр берлектә эш алып барыуы ыңғай һөҙөмтә бирә. Спорт байрамын асып, Әбйәлил район башлығы урынбаҫары Ғәлим Солтан