Бөгөн, 1 мартта, Өфө фән һәм технологиялар университетында Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса уҡыусыларҙың III Федераль олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Уҡыусыларҙың төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы (СВОШ) тип аталған бәйгегә ярашлы башҡорт теленән дә 8-11-се класс уҡыусылары өсөн олимпиада ойошторолоп килә. Сараны Өфө университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ойоштора. Иң тәүҙә шуны әйтергә кәрәк: был бәйге Уҡыусыларҙың 2023-2024 уҡыу йылындағы олимпиадалары исемлегенә индерелгән. Шул нигеҙҙә уның еңеүселәре һәм призерҙары профилле йүнәлештәргә уҡырға ингәндә льготалар менән файҙалана ала: уҡырға имтиханһыҙ инеү йәки БДИ өсөн 100 балл йыйған кешеләргә тиңләштерелеү (рус теле буйынса БДИ 75 балдан кәм булмаҫҡа тейеш). Олимпиада дипломдары дүрт йыл ғәмәлдә була. Олимпиадала башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар ҡатнаша ала. Олимпиада уҡыу йортоноң тантаналар залында асылды. Фойела “Китап” нәшриәте продукция