Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йылы март көтмәгеҙ

Быйыл һауа торошо аптыратыуын дауам итә. Ғинуар ҙа, февраль дә һалҡын көндәре менән өшөттө. Ғәҙәттә, был көндәрҙә буран ҡотора ине, ә Башҡортостанда 30 градуслыҡ һалҡындар. Ҡайһы бер көндәрҙә февраль булыуға ҡарамаҫтан, “плюс”ҡа ла сыҡҡан осраҡтар бар. Шуға күрә кешеләр яҙ иртә килер, март йылы булыр тип көтә. Әммә белгестәр кирене әйтә. Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд яңыраҡ үткән матбуғат конференцияһында күптәр 1 марттан көндәрҙең йылыныуын көтә тип билдәләне. Ләкин ул бөтә өмөттәрҙе өҙҙө. Уның һүҙҙәренсә, Үҙәк Рәсәйҙә март йылы булмаясаҡ. Роман Вильфанд сираттағы тапҡыр марттың ҡышҡы ай булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мартта беҙҙең киңлектәрҙә яҙ булмай. Ни бары 20-25 марттан йылыныу башланыуы фаразланы. Башгидромет синоптиктары фаразы буйынса, февраль аҙағында һауа температураһы норманан 4-8 градусҡа түбән була. Шулай булғас, һәр миҙгелдең үҙ ваҡыты. Сабыр ғына ысын яҙҙы көтәйек. Автор фотоһы.