Ғүмер буйы ит һәм иттән аш бешерәбеҙ. Ә һеҙ һурпа тәмле һәм һутлы килеп сыҡһын өсөн уны ҡайһы ваҡытта тоҙларға кәрәклеген беләһегеҙме? Баҡһаң, бының үҙ сере бар икән. Әгәр яңылышһаң, иттең тәмен һәм текстураһын боҙорға була. Ашнаҡсы-технолог Анжелика Плеханова әйтеүенсә, әгәр тоҙҙо итте һыуға һалыу менән өҫтәһәң, ризыҡтың бар һуты юҡҡа сығасаҡ, ул ҡаты һәм ҡоро булып бешәсәк. Итле һурпа бешергән саҡта шулай уҡ иртә тоҙлаһағыҙ, аш тоноҡ сығасаҡ. Белгес әйтеүенсә, итте һәм һурпаны бешереп бөтөр саҡта ғына, тулыһынса әҙер булғансы 15 минут ҡалғас тоҙлау иң яҡшыһы. Шул саҡта ит һутлы һәм йомшаҡ, ә һурпа үтә күренмәле һәм тәмле килеп сығасаҡ. Автор фотоһы.