Мәскәүҙә «Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар» форумында Рәсәй Президенты Владимир Путинды Өфөнән Наталья Агееваның башланғысы менән таныштырҙылар. Ул ҡатындарға бала тапҡандан һуң системалы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Дәүләт башлығы йәш әсәләрҙең һәм уларҙың яңы тыуған сабыйҙарының һаулығын хәстәрләүҙең мөһимлеген билдәләне. Йәш әсә һәм «Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар» форумының финалсыһы Наталья Агеева Владимир Путинға мәсьәләне мотлаҡ медицина страховкалауы сиктәрендә эшләйәсәк федераль программа ярҙамында хәл итергә мөмкин булыуы хаҡында һөйләне. Уның йөкмәткеһенә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бушлай хеҙмәттәр, шулай уҡ «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса үтергә мөмкин булған планлы тикшереүҙәр календары инә. Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева билдәләүенсә, был идеялар Рәсәй Президенты Указы менән Ғаилә йылы тип иғлан ителгән йылда айырыуса көнүҙәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, социаль контракт ниге
Владимир Путин Өфөнән йәш әсәнең башланғысын хупланы
21 февраля 202421 фев 2024
1 мин