“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Йылайыр үҙәк район дауаханаһына заманса ультратауыш сканеры алынды. Программаның маҡсаты – халыҡтың ихтыяжынан сығып, тәүге медицина ярҙамын йәшәгән ергә яҡын урында алыу. Ультратауыш диагностикаһы донъяла утыҙ йылдан ашыу файҙаланыла.Был ысул ныҡ таралған, хәүефһеҙ, төрлө йәштәге кешеләр өсөн дә ҡулланыла ала. Аппараттың ҡулланыу даирәһе киң, уны абдоминаль, ҡан тамырҙары, кардиология тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн файҙаланалар. Система диагностика мәғлүмәттәрен оператив алыуҙы тәьмин итә, ныҡ көсөргәнешле шарттарҙа ла эшләргә мөмкинлек бирә. –Заманса ҡорамал белгестәргә заман менән бергә атларға ярҙам итә. Белгес уның булышлығында сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлай ала, шулай уҡ йөклөлөк осоронда ультратауыш скринингы үткәрергә мөмкин, – тип билдәләне ультратауыш диагностикаһы табибы Сергей Шалухин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрә