Найти тему
Башҡортостан гәзите

Илештәр носилка ла тегәләр

Илештәрҙең яугирҙәргә күрһәткән ярҙамы тос. Халыҡ көн һайын яҡташ һалдаттарға кәрәк-яраҡтар килтерә. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса оператив штаб начальнигы Илдар Хөснуллин әйтеүенсә, окоп шәмдәрен генә улар меңдән ашыуҙы эшләгән. Был изге сарала хаҡлы ялдағылар ҙа, балалар ҙа - барыһы ла ҡатнашҡан. Был шәмдәр 7-8 сәғәт дауамында яна икән. Хатта өҫтөнә ҡуйып нимәнелер йылытыр өсөн тимерҙәр ҡулайламаһын да хәстәрләгәндәр. Илештәр тактик носилка тегеүгә оҫтарған. Тотҡалары булған был носилка махсус хәрби операцияла йөк ташығанда ҡулланыу өсөн бик тә уңайлы. Беҙ барғандан ике көн элек кенә һалдаттарға гуманитар ярҙам оҙатылһа ла, штабҡа тағы ла байтаҡ әйберҙәр килтерелгәйне. –Һуңғы гуманитар ылау менән күп нәмә ебәрҙек. Бер фура ағас материалдары, икенсеһенә өс еңел машина: ике “Нива”, бер “УАЗ- буханка” тейәлде. Ғөмүмән, махсус операция башланғандан алып яугирҙәргә 19 автомобиль, ике күсмә мунса, ике тағылма юлланды. Алдағы көндәрҙә ебәрергә йәнә бер машина һәм тағылма әҙерләнә. Ярҙам сараларында халыҡ шул тиклем әүҙем ҡатнаша. Кисә генә ике домкрат, автомобиль өсөн асҡыстар тупланмаһы, ике бензобысҡы һәм башға әйберҙәр килтерҙеләр. Яңы ғына 50 носилка оҙатҡайныҡ, әле тағы ла унау бар. Буржуйка мейесте һәр ауыл советы хәстәрләне. Ялға ҡайтҡан яҡташ егеттәр ярҙам өсөн рәхмәт әйтеп сығалар. “Илештән ярҙам күп килә” тиҙәр. Егеттәр нимә һорай, шуларҙы тиҙ арала әҙерләп ебәреп торабыҙ. Артабанғы гуманитар ылау март айында юлланасаҡ, –- тип һөйләне Илдар Йәүҙәт улы. Бөтә ауыл биләмәләре лә ярҙам итә. Шулай ҙа Ҡужбаҡты, Ишҡар ауыл биләмәләре халҡының айыуса әүҙем булыуын да әйтеп үтте әңгәмәсем. Ғөмүмән, ярҙам итергә тырышҡан һәр кемгә лә рәхмәт. Гуманитар ылауҙы оҙатып Илдар Йәүҙәт улы үҙе лә махсус хәрби операция биләмәһендә булып ҡайтҡан. Йәш сағында хәрби бурысын Тымыҡ океан флотында үтәгән. “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” фәненән ҡырҡ йыл балаларҙы уҡытҡан уҡытыусы бөгөн дә файҙалы эш башҡара. Берҙәмлек менән генә ауырлыҡтарҙы еңергә мөмкин. Илештәр быны аңлап, барса халыҡ яугирҙәрҙе хәстәрләй.