Бәрәкәт — ул Аллаһ Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙең файҙалы булып, гел артып тороуы һәм оҙаҡҡа етеүе. Бәрәкәт тормоштағы бөтә нәмәгә лә ҡағыла, шул иҫәптән аҡсаға ла, ваҡытҡа ла. Ваҡыттың бәрәкәте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп эш эшләп өлгөрөүҙе аңлата. Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә аҡсаға бәрәкәт бирһә, аҙы ла күп әйберҙәр һатып алырға етәсәк. *Бәрәкәт килеүенең төп шарты – биргән ниғмәттәре өсөн шөкөр итеп йәшәү. Был күңелең менән генә түгел, телең һәм ғәмәлдәрең менән дә Аллаһты маҡтау һәм Уға рәхмәтле булыу тигән һүҙ. Ашаған-эскән ваҡытта “әлхәмдүлилләһ” – “Аллаһҡа маҡтау булһын” тип әйтеү тел менән шөкөр итеү була һәм шул сәбәпле ризыҡҡа бәрәкәт инә. *Бәрәкәт килтерә торған икенсе ғәмәл – байлыҡтан өлөш сығарыу, мохтаждарға булышыу. Байлыҡ саҙаҡа биреүҙән кәмемәй, киреһенсә, арта. Был хаҡта “Сәбә” сүрәһенең 39-сы аятында әйтелә: “Һеҙ нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, Аллаһ Тәғәлә уны һеҙгә кире ҡайтара”. Икенсе бер хәҙистә ул: “Әй, әҙәм балаһы, байлығыңды сарыф ит һәм мин һинең байлығыңды арттырырмын”, -