Балаларҙың төп йырҙары Башҡортостандың башҡалаһы Өфө Рәсәй төбәктәрендә йыл дауамында барасаҡ “Балаларҙың төп йырҙары” музыка фестивале артистарын ҡаршыланы. Тамашасылар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре. Улар республиканың һәр ҡала-районынан килде. Концертты беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡараны. Яҡшы йырҙар күп булмай, уларҙы тағы ла күбәйтергә бурыс ҡуйған проект авторҙары йыр фестивален беренсе йыл үткәрмәй. Әммә тап быйыл йәш башҡарыусылар Рәсәй төбәктәре буйлап сәйәхәт ҡылырға ҡарар иткән. Бәхетле ҡалалар исемлегендә Өфә лә бар. “Балаларҙың төп йырҙары” фестиваленә башланғыс һалған Александр Школьник ғаилә, дуҫлыҡ, ихтирам һәм һөйөүгә дан йырлаған автор һәм башҡарыусыларҙы берләштереү маҡсатын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Концерттарҙы Мәскәүҙең Еңеү музейы “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды менән берлектә мәҙәниәт инициативалары Президент фонды ярҙамында ойоштора. Балалар өсөн иң матур йырҙар сәхнәнән илдең иң яҡшы балалар коллективтары башҡарыуында яңғырай. Өфөнөң бер мең тамашасыға и