Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Беларусь Республикаһына эш сәфәре сиктәрендә республикабыҙҙың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов Беларусь Республикаһы иҡтисад министры урынбаҫары Владимир Наумович һәм Беларусь Республикаһы бизнесҡа ярҙам итеү институттары вәкилдәре менән осрашты. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ярҙам саралары, бизнес-шәрифтәр институты һәм төбәктә инвестиция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. – Беҙ Башҡортостан менән Беларусь араһында бизнес өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ. Әле берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү өсөн күп мөмкинлектәр бар, – тине Рөстәм Афзалов. Осрашыу йомғаҡтары буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, хеҙмәттәшлеккә һәм уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҡыҙыҡһыныу белдергән рес