2019 йылдан алып Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә 8,8 мең кеше авариялы йорттарҙан күсерелгән, был проекттың маҡсатлы күрһәткесенән 81 процентҡа күберәк. Был хаҡта 12 февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин хәбәр итте. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бер нисә йүнәлеш буйынса башҡарылған. Мәҫәлән, 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы фондтан күсереү 2019 - 2023 йылдарға иҫәпләнгән республика адреслы программаһы сиктәрендә тамамланды. Бынан тыш, эш муниципаль программалар иҫәбенә башҡарылған. Халыҡтың күпселеге Өфө (2704 кеше), Яңауыл (507 кеше) һәм Бәләбәй (289 кеше) райондарындағы авария хәлендәге йорттарҙан күсерелгән. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙың киләһе этабын ойоштороу өсөн Башҡортостанда дөйөм майҙаны 230 мең квадрат метрлыҡ 580 йорттан реестр төҙөлдө. 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем улар авария хәлендә тип танылды. Ула