Бынан байтаҡ йылдар элек бәләкәй генә ауылдарҙың береһендә булған был ғибрәтле хәлде оло йәштәге бер апай һөйләгәйне. Һүҙҙе уға бирәйек: “Диләфрүз миңә алыҫ туған булған ағайымдың ҡыҙы ине. Беҙ был ауылға һирәк кенә булһа ла ҡунаҡҡа бара торғайныҡ. Ошо баланың ҡалаҡҡа һалып йоторҙай сибәрлегенә, һомғоллоғона гел һоҡлана инем: ҡайҙан ябай ауыл балаһында шундай күркәмлек? Хәйер, еңгәй ҙә алыҫ яҡтан килен булып төшкән, үҙенсәлекле матурлығы менән айырылып тора , ҡыҙы, күрәһең уға оҡшағандыр. Ҡыҫҡаһы, Диләфрүз буй еткереү менән барлыҡ ауыл егеттәре уның артынан йөрөй башлаған, ә ул һантый ҡыҙ үҙенән күпкә өлкән ирҙең таҫма теленә ышанған: ҡырҡ йәшлек урмансы менән ғишыҡ уйыны ҡорған. Хәйер, артыҡ йәшенеп тә йөрөмәгән улар, ә атаһы менән әсәһе, әрләп тә, тыйып та, ипләп тә аңлата алмағас, ҡул һелтәгән. Мәктәпте тамамлағас, Диләфрүз ҡалаға уҡырға ингән. Әйтергә кәрәк, сибәр ҡыҙға бында ла иғтибар етерлек булғандыр, ә ул иң сибәр, мыҡты кәүҙәле ҡала егете Даниярҙы һайлаған. Ҡыҫҡаһы, ялҡынлы