Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң яҡшы, иң кәрәкле башланғыс өсөн тауыш бирҙеләр

Баймаҡ районының Мөхтәр Байымов исемендәге Байым төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары берҙәм көс менән генә ҙур уңыштарға өлгәшеп булыуын яҡшы белә. Шуға күрә быйыл улар мәктәп инициативалы бюджетлау программаһына әүҙем ҡушылды. Уҡыусылар барлығы биш проект әҙерләне. И. Рамаҙанов етәкләгән команда – “Универсаль лаборатория”, И. Хәлитовтың төркөмө – “Модуль китапхана”, А. Абдуллин етәкселегендәге уҡыусылар – “Рекреация биләмәһе”, У. Хоҙайғоловтыҡылар – “Спорт мөйөшө”, Н. Ғәлинаның командаһы “Мәктәп театры” тигән проекттар әҙерләгән ине. Дөйөм мәктәп йыйылышында һәр төркөм үҙ башланғысын лайыҡлы яҡланы, ә уҡыусылар иң яҡшы, иң кәрәкле тип һанаған проект өсөн тауыш бирҙе. Шулай итеп, Искәндәр Рамаҙановтың командаһы тәҡдим иткән “Универсаль лаборатория” иң күп тауыш йыйып, еңеүсе тип табылды. Был изге эште тормошҡа ашырыуҙа ата-әсәләр, уҡытыусылар ҙа ихлас ярҙам итәсәген белдерҙе. Мәктәп уҡыусыларын йәмәғәт тормошона, яңы башланғыстарға йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был эш “Мәғариф” милли проектында (национальный проект “Образование”) билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Белеүебеҙсә, милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланды һәм тотош ил күләмендә лайыҡлы тормошҡа ашырылып килә. Фото: Баймаҡ районы Байым мәктәбенән.