Мәғлүм булыуынса, әле “Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә “Өлгөлө атай” конкурсын ойоштора. Был сарала ҡатнашыусылар араһында Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында йәшәгән Зәбир Зәйтүн улы Баһауетдинов та бар. Зәбир Зәйтүн улы 1993 йылда тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Өфөгә эшкә юллана. Унда ул “Байрам” магазинында хеҙмәт юлын башлай. Тормош иптәше – Өфө ҡыҙы Лиана Фәнит ҡыҙын да шунда осрата. Ғаилә ҡорғас, йорт төҙөйҙәр. Уларға Зәбир Зәйтүн улының туғандары ла ярҙамлаша. – Йортто һалып бөткәс, ауылда төпләндек. Ҡаймаҡ-һөт тә, ит тә, йәшелсә лә үҙебеҙҙеке. Ауылда саф һауа, балаларға ла һәйбәт, – ти ул. Татыу Баһауетдиновтар ғаиләһендә дүрт бала үҫә: Динисламға – ун, Дианаға – һигеҙ, Заринаға – алты, Ләйсәнгә ике йәш. Зәбир Зәйтүн улы Ҡырмыҫҡалылағы асфальт-бетон заводында эшләй. Шулай булһа ла үҙенең ҙур хужалығын да ҡарап өлгөрә – улар күпләп мал-тыуар тота, йәйгә ҡош-ҡорт аҫрарға алалар. “Ауылда шәхси хужалыҡ иҫәбенә лә етеш йәшәргә мөмкин, иң мөһиме – тырышлыҡ ҡ