Найти в Дзене
Башкортостан 24

«Өфө ваҡыты» 15 февраль: батырҙарға ла яҡлау кәрәк

   «Өфө ваҡыты» 15 февраль: батырҙарға ла яҡлау кәрәк
«Өфө ваҡыты» 15 февраль: батырҙарға ла яҡлау кәрәк

«Өфө ваҡыты» тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

«Башҡортостан 24» муниципаль телевизион каналының «Өфө ваҡыты» тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 35 йыл тулыуға арналды. 10 йыл дауамында барған һуғышта, интернациональ бурысын үтәгәндә 15 меңдән ашыу ватандашыбыҙ һәләк булды. Ҡорбандар араһында республиканан 343 һалдат, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә Башҡортостандан 6 хәрби иҫәпләнә. Әңгәмәлә ҡатаншыусы ҡунаҡ, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың Башҡортостандағы берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, бөгөн был һуғышҡа ҡараштар төрлөсә. Әммә иң ауыры – башҡарма власть органдары вәкилдәре араһындағы ҡайһы бер етәкселәрҙең битарафлығы. Яугир-инернационалисарға ярҙам кәрәк, тик уларҙы борсоған һорауҙарҙы ишетмәҫкә тырышыусылар ҙа бар. Яугир-интернационалист Рәшит Кәримов та ил алдындағы бурысын Афғанстанда үтәгән һалдаттарҙың береһе. Ул махсус хәрби разведка отрядында Башҡортостандан алынған 4 һалдаттың береһе.

«Өфө ваҡыты» тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».