Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғалимдарыбыҙҙы сит илдәрҙә лә беләләр

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙғарылған матбуғат конференцияһында фәндең төрлө тармаҡтарындағы яңы тикшеренеү эштәре тураһында һүҙ барҙы. Нефть химияһы, машиналар эшләү, медицина, генетика, ауыл хужалығы, гуманитар өлкә - һәр тарафта һөйләр ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Журналистар менән осрашыуҙа Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко, Биохимия һәм генетика институты директоры вазифаһын башҡарыусы Эльза Хөснөтдинова, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының фәнни етәксеһе Радик Мөлөков һәм башҡалар ҡатнашты. Унда һәр береһе үҙенең йүнәлеше буйынса ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡлы асыштар журналистарҙың һорауҙарына күмелде. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина был осрашыуҙың әһәмиәтле булыуын билдәләне. -Рәсәй фәне быйыл мәртәбәле юбилейын ҡаршылай. 300 йыл – иҫ китмәле ҙур тарих. Был осор Рәсәй фәнен донъя кимәленә сығарған ғалимдарҙың исеме менән тулған. Төрлө асыштар, яңы проекттар, технологик алымдарға бай был йылдар. Беҙҙең илдең фәнен ихтирам итәләр, ғалимдарыбыҙҙың теорияларына сит ил ғалимдары ла ҡолаҡ һала. Шуға күрә фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек бара. Башҡортостандағы тикшеренеү үҙәгенә килгәндә, беҙ бер фәнни майҙансыҡ булып торабыҙ. Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштары, асыштары, фәнни традициялары ошо майҙансыҡ аша Рәсәй генә түгел, донъя кимәленә күтәрелә. Башҡортостан ғалимдарын беҙҙең тикшеренеү үҙәге аша беләләр. Бөгөн улар Рәсәй фәненә шул тиклем тос өлөш индерә. Былтыр Башҡортостан Рәсәй ғилми фондының 27 грантын отто, шуның 16-һы беҙҙең үҙәккә тура килә. Шул рәттән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты өс грантҡа эйә булды. Был бик ыңғай күренеш. Был үҙәк ғалимдарының заман менән бергә атлауын, актуаль проекттарҙы тойоп йәшәүен иҫбатлай, - тине ул. Рәсәй фәндәр академияһының 300 йыллығына арналған ҙур байрам да көтөлә.15 февралдә Өфөлә тантаналы саралар ойошторола. Автор фотоһы.