Республика вәкилдәре отҡан гранттың дөйөм күләме 22,7 миллион һумдан ашыуға барып баҫҡан. 2022 йылда был күрһәткес 7,5 миллион һум тәшкил иткән, ә грантҡа бер проект эйә булған. – Башҡортостандағы ауыл биләмәләренә турҙар бик мауыҡтырғыс,– тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Бигерәк тә аҙыҡ-түлек етештереү донъяһына сумыу, үҙеңде аграрий ролендә һынап ҡарау яғынан. Шулай уҡ туристарҙы беҙҙең биләмәләрҙең үҙенсәлекле тарихи һәм тәбиғи-климат үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындыра. 2023 йылда Кушнаренко районынан фермер Әхсән Насибуллиндың проекты 8,8 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Баймаҡ районынан Денис Өмөтбаев - 4,8, Әсләм Ишморатов 4,2 миллион һум, ә Туймазынан Фазыл Ғәлимов биш миллион һум күләмендә грант отҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Әбйәлилдән Айтуған Фәттәхов грант отоуға өлгәшкәйне. Фото: pravitelstvorb.ru