Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Ишембай районы хакимиәтенең бизнес-шәриф вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Абдуллин райондағы алдынғы хужалыҡтарҙың береһе тураһында яҙа. “Ете йыл эсендә 25 баш һыйыр малы һәм алты аттан торған хужалыҡ сәскә атҡан предприятиеға әүерелә. Дәүләт ярҙамында эшҡыуар өс һарыҡ фермаһы төҙөй. «Яңы эш башлаған фермер» программаһы буйынса 1,5 миллион һум күләмендә грант ярҙамы ала. Был аҡсаға Романов тоҡомло һарыҡтар һәм махсус ҡорамалдар һатып ала. Предприятие үҫешенең киләһе аҙымы булып "Ғаилә малсылығы" программаһында ҡатнашыу тора. Грант аҡсаһына Александр Привалов "ҡара-сыбар" тоҡомло һыйырҙар һатып ала, малсылыҡ биналарын реконструкциялай һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә башлай. Бөгөн Александр Приваловтың крәҫтиән хужалығында һигеҙ мең гектар ауыл хужалығы ерҙәре, колбаса, ит һәм һөт ризыҡтары етештерелгән эшкәртеү, икмәк бешереү цехтары бар. Эшҡыуар өсөн иң мөһиме — уның хеҙмәткәрҙәре. Бында 80-гә яҡын кеше эшләй.