Найти тему
Башҡортостан гәзите

Атай ДТ-ла йөрөгән саҡта...

Бөгөн бер матур боронғо фотоға юлыҡтым. Унда кемдәр, ҡайһы ауыл йәки район инәйҙәрелер? Үҙем береһен дә танымайым, тик был фото беҙҙең бала саҡҡа алып ҡайтты. Атайым бар күрше ауыл халҡын ДТ -75 тракторы менән район үҙәгенә ташый торғайны. Кистән ул ылаусылар йыш ҡына беҙгә килеп йоҡланы. Өйҙөң алғы яғында стенаның буйына терәтеп эшләнгән ҙур урындыҡ булды. Юлсылар шунда теҙелешеп ятып йоҡлай торғайнылар. Ә таңғы 3-4-тәрҙә трактор санаһына аҫтарына күпертеп бесән һалып, толоптарга төрөнөп ултырып, район үҙәгенә юлланалар... Әсәйем, самауырын ҡуйып, таң менән юлсыларға сәй эсереп оҙатып, үҙе фермаға эшкә йүгерә ине... Ә беҙ, ете бала, төпкө бүлмәлә. Боронғо өйҙәр алғы яҡ, төпкө яҡ тип йөрөтөлдө бит. Кешеләр юлға сығып китеп, өй бушағас, уҡыусы балалар беҙ берәм-берәм тороп, мәктәпкә әҙерләнәбеҙ. Тәүҙә Ырғыҙлыла уҡыған апайҙар сығып китә, шунан - ауылдағы башланғыс класҡа йөрөгән бәләкәстәр. Беҙ тороп йөрөүгә ап-аҡ бәҫкә төрөнөп әсәйебеҙ ҙә ҡайтып инә. Ошо мәлдә, ҡышҡылыҡ, өҫтә куфайка, ә аяҡта көн торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан резина итек була торғайны. Хәҙер һәр ваҡыт уйлайым: ни өсөн итектәрен ҡалдырып, быйма кейеп йөрөмәне икән, әллә юҡлыҡ шулай кейергә мәжбүр итте микән һауынсыларға?.. Сағыу бала сағым ваҡиғаларын һағыныу, яратыу менән иҫкә алам, күбеһенсә яҡты ҡыуаныслы мәл булып күңелемдә уйылып ҡалған ул. Фотоны бында ҡуям, бәлки, ундағы матур инәйҙәрҙе таныусы булыр? Авторы: Рузалия Ҡаһарманова. Бөрйән районы. Фото ватсап төркөмөнән алынды.