Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иң матур, иң дәртле саҡ

Йәшлек – иң матур, иң дәртле саҡ. Тап студент йылдары ошо күңелле осорға тура килә. Рәсәйҙә билдәләнгән студенттар көнөндә беҙ әүҙем йәштәр менән таныштырырға күнеккәнбеҙ. Был юлы Өфө фән һәм технологиялар университетында булдыҡ. Фотолағы күркәм йәштәр - башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының бик әүҙем һәм тырыш студенттары. Арыҫлан Нафиҡов Мәсетле районынан. Икенсе курста белем алған егет тәржемә белгеслеген һайлаған. Уҡыу алдынғыһы булған Арыҫлан университет тормошонда бик әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, былтыр ул бейегән “Йәшлек” ансамбле “Байыҡ” телебәйгеһендә беренсе урын яулаған. Шуныһы ҡыҙыҡ, ул уҡырға килгәнсе бейеү менән шөғөлләнмәгән дә, тик “Йәшлек”тә уны бейергә өйрәтеп, шундай юғары кимәлгә сығарғандар. – Беҙҙең факультетта “Ир-егеттәр ҡоро” булдырылды һәм эшләй башланы. Электән бында егеттәр уҡырға бик күпләп килмәй, әммә килгәндәре әҙ булһа ла, иң-иңдәр булһын тигән ышаныс менән эшләнде был ҡор. Беҙ унда махсус хәрби операция геройҙары, башҡа хәрби хәрәкәттә

Йәшлек – иң матур, иң дәртле саҡ. Тап студент йылдары ошо күңелле осорға тура килә. Рәсәйҙә билдәләнгән студенттар көнөндә беҙ әүҙем йәштәр менән таныштырырға күнеккәнбеҙ. Был юлы Өфө фән һәм технологиялар университетында булдыҡ. Фотолағы күркәм йәштәр - башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының бик әүҙем һәм тырыш студенттары. Арыҫлан Нафиҡов Мәсетле районынан. Икенсе курста белем алған егет тәржемә белгеслеген һайлаған. Уҡыу алдынғыһы булған Арыҫлан университет тормошонда бик әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, былтыр ул бейегән “Йәшлек” ансамбле “Байыҡ” телебәйгеһендә беренсе урын яулаған. Шуныһы ҡыҙыҡ, ул уҡырға килгәнсе бейеү менән шөғөлләнмәгән дә, тик “Йәшлек”тә уны бейергә өйрәтеп, шундай юғары кимәлгә сығарғандар. – Беҙҙең факультетта “Ир-егеттәр ҡоро” булдырылды һәм эшләй башланы. Электән бында егеттәр уҡырға бик күпләп килмәй, әммә килгәндәре әҙ булһа ла, иң-иңдәр булһын тигән ышаныс менән эшләнде был ҡор. Беҙ унда махсус хәрби операция геройҙары, башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр, журналистика, педагогика һөнәрен һайлап, юғары уңыштарға өлгәшкәндәр, етәкселәр, алдынғы ҡарашлы ағайҙар менән осрашабыҙ. Был аралашыу беҙҙең өсөн бик фәһемле. Беҙ өлгөлө ғаилә башлығы, аҡыллы, алдынғы ҡарашлы етәксе булырға өйрәнәбеҙ, – ти Арыҫлан. Һылыу ҡыҙҙар – Гөлсәсәк менән Илүзә. Гөлсәсәк Шәрипова - Хәйбулла районы ҡыҙы. Дүртенсе курста башҡорт-инглиз төркөмөндә белем ала. Һуңынан иһә магистратураға барырға һәм артабан үҙен психология һөнәрендә һынап ҡарамаҡсы. Тәрән итеп инглиз телен өйрәнһә лә, Гөлсәсәккә журналистика яҡыныраҡ. Тәүҙә ул “Тамыр” ҙа эшләгән, әле иһә “Юлдаш+” радиоһында алып барыусы. – Йәш саҡта үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡарағы килә. Мин Ишембайҙағы 2-се башҡорт гимназияһында белем алдым, унда уҡыған саҡта уҡ республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңә инем. 9-сы класта “Урал батыр” эпосын һөйләп беренсе урын яуланым. Былтыр Алтайҙа Бөтә Рәсәй төрки телдәр буйынса олимпиадала ҡатнашып, беҙ ҡыҙҙар менән беренсе урын яулап ҡайттыҡ. “Аҫылташ”та ҡатнаша инем, хәҙер ойоштороусылар иҫәбенә индем, Гөлназ Дилмөхәмәтова менән “Башлингва” этно-мәҙәни проектын булдырҙыҡ, яҡташтар берекмәһендә әүҙем ҡатнашам, – ти Гөлсәсәк. Икенсе курста журналистика бүлексәһендә белем алған Илүзә Ҡыҙрасова Күгәрсен районынан. Ул “Минең Рәми” бәйгеһендә 800 ҡатнашыусы араһында финалға сығып, икенсе урын яулаған. Шиғырҙар яҙып Т.Ғарипова исемендәге премияға лайыҡ булған. Шулай уҡ Илүзә “Йәшлек” ансамблендә бейей, былтыр улар “Байыҡ”та ҡатнашып, икенсе урынға өлгәшкән. Күгәрсен районының “Йәш яҡташтар” клубы рәйесе, уҡыу йортондағы “Шоңҡар” ижади берекмәһе ҡатнашыусыһы. – Яңыраҡ “Юлдаш+” радиоһына эшкә урынлаштым, журналистика өлкәһе бик ҡыҙыҡ миңә. Мәктәптә уҡыған саҡта “Йәншишмә” гәзитенә яҙыша, уның йәш хәбәрсеһе инем. Ошо факультетҡа уҡырға инеүемә бик шатмын, беҙгә бында төрлө яҡлап үҫешергә, үҙеңде һынап ҡарарға мөмкинлектәр бар. Курсташтарым КВН да уйнай, бейей ҙә, ижад та итә. Деканыбыҙ Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина бар яҡлап ярҙам итеп, хуплап тора, – ти Илүзә. Рәми Ғарипов ижадына ғашиҡ ҡыҙ үҙенең тормош маҡсатын: “Маҡсатым - кеше булып йәшәргә, маяғым – таҙа намыҫым”, - ти. Был алтын һүҙҙәр әүҙем йәштәрҙең барыһына ла тура килә. Уңыштар һеҙгә, йәштәр! Һеҙ - республикабыҙҙың киләсәге! Нәсих Хәлисов фотоһы.