Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республика Башлығы сәнғәт институты коллективы менән осрашты

25 ғинуарҙа, Рәсәй студенттары көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында булды. Институттың директор вазифаһын башҡарыусы Илмар Әлмөхәмәтов, ҡаланың Совет майҙаны эргәһендә урынлашҡан был уҡыу йортоноң 1968 йылда асылыуы, бөгөн юғары уҡыу йорто 33 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләүе тураһында һөйләне. Барлығы төрлө формаларҙа 600-ҙән ашыу кеше белем ала. Йыл һайын институт студенттары мәртәбәле ижади сараларҙа ҡатнаша, Бөтә Рәсәй һәм төбәк конкурстарында лауреат һәм дипломат исемдәрен яулайҙар. Юғары уҡыу йортоноң Йәштәр симфония оркестры - “Симфония төнө” исемле күләмле проектта һуңғы йылдарҙа төп ҡатнашыусыларҙың береһе. Бынан тыш республика етәкселеге ярҙамында Өфө дәүләт сәнғәт институты матди-техник базаһын нығыта һәм һәләтле йәштәр менән эште камиллаштыра. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы грантына Art-Сәнғәт белем биреү проекты тормошҡа ашырыла, ул ижади өлкәлә йәш һәләттәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән. Юғары уҡыу йорто бинаһының тышҡы йөҙө лә яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Радий Хәбиров институттың уҡытыусылары һәм студенттары менән аралашты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.