Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Башлығы Ҡаҙағстан Премьер-министры менән осрашты

24 ғинуарҙа Астанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Премьер-министры Алихан Смаилов менән осрашты. Унда ике яҡтың хөкүмәт ағзалары ла ҡатнашты. Көн тәртибендә – сауҙа-иҡтисади секторҙа берлектәге эш йүнәлештәре, сәнәғәт бәйләнештәрен нығытыу, мәҙәни, гуманитар, социаль, мәғариф һәм туристик программаларҙы үҫтереү. *** Осрашыуҙы асып, Ҡаҙағстан Премьер-министры Алихан Смаилов берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә әҙер булыуын билдәләне. – Беҙҙә сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү өсөн ҙур потенциал бар. Бөгөнгө “Ҡаҙағстан – Башҡортостан” бизнес-форумы һәм эш төркөмө ултырышы беҙҙең ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә ҙур этәргес бирер, тип ышанам. Беҙ Ҡаҙағстанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда Башҡортостан эшҡыуарҙарына ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлектә ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы белдерәбеҙ, – тине Алихан Смаилов. *** Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан етәкселегенә йылы ҡабул итеүҙәре һәм хеҙмә

24 ғинуарҙа Астанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Премьер-министры Алихан Смаилов менән осрашты. Унда ике яҡтың хөкүмәт ағзалары ла ҡатнашты. Көн тәртибендә – сауҙа-иҡтисади секторҙа берлектәге эш йүнәлештәре, сәнәғәт бәйләнештәрен нығытыу, мәҙәни, гуманитар, социаль, мәғариф һәм туристик программаларҙы үҫтереү. *** Осрашыуҙы асып, Ҡаҙағстан Премьер-министры Алихан Смаилов берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә әҙер булыуын билдәләне. – Беҙҙә сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү өсөн ҙур потенциал бар. Бөгөнгө “Ҡаҙағстан – Башҡортостан” бизнес-форумы һәм эш төркөмө ултырышы беҙҙең ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә ҙур этәргес бирер, тип ышанам. Беҙ Ҡаҙағстанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда Башҡортостан эшҡыуарҙарына ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлектә ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы белдерәбеҙ, – тине Алихан Смаилов. *** Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан етәкселегенә йылы ҡабул итеүҙәре һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ынтылышы өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙ бында беренсе тапҡыр түгел һәм беҙҙе ғәҙәттәгесә йылы ҡаршы алалар. Ғәмәлгә ашырырлыҡ берлектәге проекттарҙы ентекле тикшереү өсөн бизнес-эшлекле ҙур рәсми делегация алып килдек, – тине Радий Хәбиров. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар транспорт инфраструктураһын үҫтереү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылда Өфөнән Астанаға һәм Алматыға даими тура авиарейстар башланыуын билдәләне. Киләһе аҙым – рейстар һанын ике тапҡырға арттырыу. Шулай уҡ төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Ҡаҙағстанға тәрән сәнәғәт кооперацияһына күсеүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙ һеҙҙә эшләргә теләйбеҙ һәм, һис шикһеҙ, Башҡортостан биләмәһендә ҡаҙаҡ компанияларының яңы проекттары менән ҡыҙыҡһынабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әгәр беҙ бер ни тиклем ваҡыт элек бында, Ҡаҙағстанда, үҙ эшмәкәрлеген алып барған предприятиелар берәмеге тураһында һөйләһәк, хәҙер улар ай һайын барлыҡҡа килә. Улар араһында - “Медьстальконструкция”, “Урал пружиналы заводы”, “ТехноНиколь”. Осрашыуҙа сеймал табыу сәнәғәтен үҫтереү менән бәйле мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров, атап әйткәндә, нефть һәм газ промыслаһы, нефть эшкәртеү ҡорамалдары етештереүҙә тәжрибәләр менән уртаҡлашырға әҙер булыуын билдәләне. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Ҡаҙағстан эшҡыуарҙарының һәм властың үҙ-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһен юғары баһаланы. – Бында инвестиция мөхите бик уңайлы. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ, инвестиция штабы эшендә ҡарарҙарығыҙ, беҙгә ҡыҙыҡлы, – тине Радий Хәбиров. Иҡтисад менән бер рәттән етәкселәр мәҙәни, гуманитар, социаль-мәғариф һәм туристик программаларҙы үҫтереүҙе тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан уҙаҡташтары менән берлектә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итте. – Беҙ Ҡаҙағстанды туристар өсөн асырға теләйбеҙ. Беренсе ҡарлуғас - “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы. Быйыл беҙ өлкән быуын кешеләре өсөн 700 квота билдәләнек. Программаның үҙенсәлеге шунда – республика сәфәргә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай, – тине Радий Хәбиров. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡаҙағстан етәкселегенә Өфөлә XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын уҙғарыу буйынса уртаҡ ҡарарға килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Минеңсә, әле үк был сараны юғары кимәлдә үткәреү өсөн билдәле контурҙар әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ бар, – Радий Хәбиров. – Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы беҙҙең диалог өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡҡа әйләнде. Юбилей форумы тап Өфөлә 2024 йылдың көҙөндә үтәсәк. Был формат йылдан-йыл үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай һәм илдәребеҙ араһында мөнәсәбәттәр булдырыуҙа бәйләүсе сылбыр булып тора, – тип билдәләне Ҡаҙағстан Премьер-министры Алихан Смаилов. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru