Миҙхәт Шакиров исемен мәңгеләштереү күҙаллана
Башҡортостанда дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, республика менән етәкселек иткән Миҙхәт Шакиров исемен мәңгеләштереү күҙаллана. Тарихсы, Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһында эшләгән Рәмил Рәхимов ошондай тәҡдим менән сыҡты.Миҙхәт Шакиров Өфө ҡалаһының 11-се урта мәктәбенең ете класын тамамлағандан һуң, 1932 йылда урындағы паровоз-ремонт заводы ҡарамағындағы фабрика-завод училищеһына уҡырға кергән. Бында слесарь һөнәрен үҙләштерә һәм 1934 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Хеҙмәт юлында тырышлығы менән уңыштарға өлгәшә. Миҙхәт Шакиров етәкселек иткән осорҙа Башҡортостанда тауарҙар етештергән заводтар, башҡа мөһим предприятиелар, торлаҡ комплексы, Хөкүмәт һәм Республика йорттары, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы төҙөлә, колхоздар, совхоздар нығына, фән һәм мәҙәниәт үҫешә. Шакиров Миҙхәт Закир улы 1969 йылдың июленән 1987 йылдың июненә тиклем — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары булып эшләй. СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана. Быйыл йыл аҙағында билдәле сәйәси эшмәкәр йәшәгән йорт янында һәйкәл асыу ҡарала.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».