23 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Матбуғат йортонда булды. Төбәк етәксеһе бинаның техник торошо, журналистарҙың эш шарттары менән танышты һәм типография цехтарын ҡараны. Матбуғат йорто 1972 йылда асылған. Бында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто составына ингән 22 республика ваҡытлы матбуғат баҫмаһы редакциялары урынлашҡан. 2024 йыл башына уларҙың дөйөм уртаса тиражы 54 мең дана тәшкил итә. Редакция-нәшриәт корпусында 480 белгес эшләй. Башҡортостан Башлығы журналистарҙың эш кабинеттарын ҡараны һәм йәш белгестәр менән аралашты. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев һөйләүенсә, ярты быуат эсендә бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмаған. Редакциялар бүлмәләренең планировкаһы ҡулай түгел, ә көҙгө-ҡышҡы осорҙа иҫке тәҙрәләр арҡаһында кабинеттарҙа һыуыҡ була. Матбуғат йортоноң инженер селтәрҙәре лә ныҡ туҙған. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев һәм М